Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2020, 11:55

Йәш әсәләрҙе уҡытыуға аҡса бүленә

#нацпроекты

Башҡортостан хөкүмәте ултырышында йәш әсәләрҙең квалификацияһын күтәреү маҡсатында республика бюджетынан субсидиялар биреү тәртибе ҡаралды. Уҡытыу "Демография" милли проектының "Ҡатын-ҡыҙҙарҙы эш менән тәьмин итеү - өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттары тыуҙырыу" төбәк проектында ҡаралған.
- Өс йәшкә тиклемге балаларҙы ҡарау буйынса отпускта булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы уҡытыу механизмдары халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте органдары юлламаһы буйынса яңынан уҡытыуҙы һәм квалификацияны күтәреүҙе, белем биреү сертификаттарыен биреүҙе һәм эш биреүселәрҙе субсидиялауҙы күҙ уңында тота, - тип аңлата Хөкүмәт вице-премьеры Ленара Иванова. - Былтыр төбәк бюджеты аҡсалары иҫәбенә 545 ҡатын-ҡыҙ белем алды. Вице-премьер хәбәр итеүенсә, йәш әсәләр теләгән бер йүнәлеш буйынса уҡып сығыу мөмкинлегенә эйә.
Быйыл йәш әсәйҙәрҙе уҡытыуға 75,8 миллион һум йүнәлтеләсәк, шуларҙың 72,6 миллион федераль бюджеттан, 3,2 миллионы республика ҡаҙнаһынан.
Читайте нас: