Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 17:25

Башҡорт ҡыҙы беренсе каналдағы #DANCEРЕВОЛЮЦИЯ проектында!

.

Башҡорт ҡыҙы Нәркәс Юлдашева зәңгәр экрандарҙы яулауын дауам итә. Бейеүсе, "Байыҡ" телевизион конкурсында гран-при яулаусы Нәркәс Юлдашева беренсе каналда барған #DanceРеволюция проектында ҡатнашты.
Был юлы 3 жюри ағзаһы араһынан Сергей Полунин ғына "Эйе" тип яуап бирҙе. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?
Бынан ике йыл элек Нәркәс атаһы Роберт Юлдашев менән "Танцы на ТНТ" проектында ҡатнашты. Унда ул "Хан ҡыҙы" бейеүе менән сығыш яһағайны.
Афарин! Нәркәскә еңеүҙәр насип булһын!

Читайте нас в