Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 11:21

Мәскәүҙә «Башҡортостан» рестораны асылды

.

Мәскәү ҡалаһында «Башҡортостан» милли кухня рестораны барлыҡҡа килде. Уны асыу тантанаһында Республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Яңы ресторан "Ҡыҙыл ҡапҡа" метро станцияһы янында урынлашҡан.
«Мәскәүҙә электән «Әрмәнстан», «Воронеж», «Һарытау» ресторандары эшләй, бына хәҙер тәүгә «Башҡортостан» рестораны ла асылды, мин быға бик шатмын, — тип яҙҙы республика етәксеһе. — Башҡорттар – Рәсәйҙә һан буйынса дүртенсе милләт, Мәскәүҙә яҡташтарыбыҙ күп. Хәҙер унда уларҙың яратҡан ризыҡтарынан ауыҙ итеү, йыр-моңдарыбыҙҙы тыңлау, яҡташтар менән аралашыу өсөн тыуған мөйөшө бар. Аш-һыуыбыҙ һәм ҡунаҡсыллығыбыҙ Башҡортостан менән бәйле булмаған ҡунаҡтарға ла оҡшар тип ышанам», - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Читайте нас: