Рәсәй Президенты Владимир Путин асыҡлауынса, ул дәүләт менән етәкселек иткән дәүерҙә илдә "беренсе атай-әсәй" һәм "икенсе атай-әсәй" тигән төшөнсәләр булмаясаҡ. Был хаҡта ил башлығы Конституцияға төҙәтмәләр индереү тураһында тәҡдимдәр әҙерләү буйынса эшсе төркөм менән осрашыуҙа белдерҙе. "Беренсе атай-әсәй" һәм "икенсе атай-әсәй"гә килгәндә, мин инде халыҡ алдында белдерҙем һәм тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: мин Президент булғанда беҙҙә бындай төшөнсәләр булмаясаҡ. "Атай" һәм "әсәй" генә буласаҡ", — тип белдерҙе Владимир Путин Рәсәй лидеры билдәләп үтеүенсә, традицион ғаилә ҡиммәттәрен, шул иҫәптән ғаиләнең традицион составын һаҡлап ҡалыу идеяһы дөрөҫ. "Быны нисек һәм ҡайҙа тормошҡа ашырырға кәрәклеге тураһында уйларға кәрәк", — тине Президент. Владимир Путиндың, әлеге теманы күтәргәндә, Рәсәйҙең киң мәғлүмәт сараларында сит илдәрҙәге рәсми рөхсәт ителгән бер енесле никахтар хаҡында хәбәрҙәрҙе күҙ уңында тотоуы фаразлана.