«Беҙ Мәғариф министрлығы менән дәрес ваҡытында уҡыусыларҙан кеҫә телефондарын алып тороуҙы тикшерәбеҙ. Хәҙер был проектты хөкүмәттән һәм һеҙҙән башларға уйлайым, — тип билдәләне республика башлығы. — Ни өсөн киләһегеҙ бында? Һәр саҡ телефонда ултыраһығыҙ. Беҙҙе кешеләр ҡарай, беҙ тура эфирҙа, ә һеҙ башығыҙҙы эйеп, шунда ултыраһығыҙ. Белмәйем, нимәне шул тиклем мауығып ҡарайһығыҙҙыр унда. Был осраҡта бында килмәгеҙ, миңә йыһаз кәрәкмәй. Етди иҫкәртеү яһайым. Мине ишеткәнһегеҙҙер тип уйлайым. Беҙ балаларҙы сикләргә тырышабыҙ, тәүҙә үҙегеҙҙән башлағыҙ».