Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 21:50

Табипҡа яҙылыуҙан фәтеүә бармы?

.

Сер түгел, бөгөн теге йәки был табипҡа инеү сират күперен үтеү менән бер. Ике аҙна яҙылып та алдан инермен тимә. Был хәл, әлбиттә, төрлө ерҙә, төрлө урында төрлөсә. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһыда ла шулай. Минутынаса ваҡытында ҡабул итһә, икенсеһенең ишеге төбөндә арыған, йонсоған ҡиәфәтле ауырыуҙар менән һыу оҙонлоғо сират. Был нимәнән килеп сыға һуң?
Бүленгән 15 минутта ҡабул итеп өлгөрмәйҙәрме, әллә күрше бүлмәнән ингән табип менән оҙағыраҡ сәйләп ташлайҙармы? Мәҫәлән, бөгөн дә ... Диагностик үҙәктең 202-се кабинетына инеү өсөн дә яҙылған ваҡытыңдан һуң ике-өс сәғәт көтөргә кәрәк. Ә бит сит район-ҡаланан килгән кешегә был еңелдән түгел. Мәҫәлән, бер апай: "өс ай һайын киләм, әйләнгән һайын шул уҡ хәл. Бына әле лә маршрут автобусына һуңланым. Көнлөккә ҡуртымға алынған фатирҙа бөгөн дә ҡунам инде", - ти.
Читайте нас: