Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2020, 13:10

100 000 һум грант отоу мөмкинлеге бар

ВТБ банкы тырыш һәм талантлы студенттарға 100 000 һум махсус стипендия бирә. Уны алыу мөмкинлегенә тик 50 студент ҡына өлгәшәсәк. Ҡатнашыусылар араһында үҙебеҙҙең әүҙем йәштәребеҙ Байрас Азаматов һәм Илүзә Мөхмәтйәнованы күреп шатландыҡ. Конкурс әле лә дауам итә, шуға һеҙ ҙә ҡатнашырға ашығығыҙ! Ҡатнашыу шарттары менән тулыраҡ беҙҙең сайтта таныша алаһығыҙ.#грантывтб#башҡортйәштәре#шоңҡар

Ҡатнашыу шарттары ябай:
1. Тәҡдим ителгән сайтҡа инергә https://vtb-grants.fut.ru/
2. Ҡатнашыусы анкетаһын тултырырға
3. Интернет селтәрҙәрендәге үҙ сәхифәгеҙгә программа тураһында пост яҙып һалырға (#грантывтб хэштегын ҡуйырға онотмағыҙ)
4. Ҡыҫҡа видео яҙҙырып һалырға
5. Бирелгән темаға эссе яҙырға
Еңеүселәр исемлеге 10 апрель билдәле буласаҡ, 17 апрель иһә финалистар өсөн Мәскәүҙә ҙур тантана ойошторола. Улар араһында беҙҙең башҡорт студенттары ла булыр тип ышанабыҙ!
Читайте нас: