Башҡортостанда лаборатор хеҙмәтте ойоштороу, берҙәм компенсациялар булдырыу буйынса проект старт алды. Ул Владимир Путиндың май указдарында ҡабул ителгән "Сәләмәтлек" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ.
"Дауаланыусы үҙенең анализ һөҙөмтәләрен онлайн күрә аласаҡ. Гаджеттарҙан, электрон почта, дәүләт хеҙмәттәре порталындағы кабинет аша. Иң мөһиме – ҡыҫҡа ваҡыт эсендә. Был анализдар юғалмаясаҡ, махсус порталда һаҡланасаҡ", - тип билдәләне БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.