Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2020, 10:30

"Ауыл уҡытыусыһы" программаһына документтар ҡабул ителә

Ул 15 апрелгә ҡәҙәр дауам итәсәк.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән уҡытыусыларға бирелгән бер миллион һумды алыу юлдарын тәфсирләп яҙғайныҡ. Әлеге ваҡытта был грантҡа дәғүә итеүсе уҡытыусылар исемлеге билдәле, унда 55 педагог ингән.
"Ауыл уҡытыусыһы" программаһы буйынса 2020 йылға һайлап алыу өлөшөндә ҡатнашыу өсөн документтар 15 апрелгә тиклем дауам итә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың мәғариф министрлығында.
Субсидиялар 3 йыл дауамында - 2020-2021 йылдарҙа биреләсәк. Түләүҙәр йыл һайын 1 декабргә тиклем күсеп барасаҡ. "Ауыл уҡытыусыһы" программаһы Владимир Путиндың май указдарында ҡабул ителгән "Мәғариф" милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: