Баҡһаң, күбегенә, төҫөнә, тәменә ҡушылған матдәләрҙең кеше организмына кире тәьҫир итеү көсө ҙур икән.
Шулай уҡ, “Киске Мәскәү” гәзитенә биргән интервьюһында ғалим файҙалы эсемлекте лә атап китеп: “Ҡыҙыл шарап микроэлементтарға һәм витаминдарға бай”, - ти.
Әммә был фекер бәхәс тыуҙыра. Сөнки уға тиклем Минздравтың баш наркологы Евгений Брюн Европанан килгән ғәҙәт: киске аш алдынан бер бокал шарап эсеүҙән эскелек башлана, тип фаразлаған ине.
Шуға ла, алкоголле эсемлектәрҙән бөтөнләй баш тартып, сәләмәт тормош алып барыу иң яҡшыһылыр.