Билдәле булыуынса, урындағы власть халыҡтың ағыулы ярғанат ашауынан тигән фекерҙә ине. Әммә ғалимдар быны инҡар итә. Уларҙың “2019- nCoV коронавирусының барлыҡҡа килеү сәбәптәре” тип аталған докладында йоғошло ауырыуҙың таралыуының төп сәбәбе диңгеҙ аҙыҡтарынан, тиелә. Сөнки сир таралған урында ярғанаттар һатыуҙа бөтөнләй булмаған икән.