20, 21 февралдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Рөстәмдең сере"(Ғ.Ҡотой, С.Баженова инсц.) исемле яңы спектакль сәхнәгә сыға. Спектакль Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала.
Әҫәрҙә ваҡиғалар 1941-се йылда бара. Рөстәм исемле үҫмер малай, һуғышҡа барып, совет һалдаттарына ярҙам итергә, дошмандарҙы юҡ итегә хыяллана, әммә билдәле: балаларҙы фронтҡа алмайҙар. Тап шул ваҡытта өләсәһе уға тылсымлы абаға сәскәһе тураһында һөйләй: йәнәһе лә, уның сәскәһен ашаған кеше, күҙгә күренмәҫ йәнгә әйләнеп, сихри көскә эйә була. Әммә абаға яҙ көнө, төн уртаһында ғына (ни бары бер-нисә секунд ҡына!) сәскә ата икән, уны өҙөп өлгөрөү мөмкин түгел тиерлек...
Өләсәһенең хикәйәте малайҙың күңеленә тынғылыҡ бирмәй: ҡурҡыуын еңеп, төн уртаһында дөм ҡараңғы урманға бара, абаға сәскәһен табып ашай һәм күҙгә күренмәй торған кешегә әйләнә. Ул теләгенә ирешә: ата-әсәһенә хат яҙып ҡалдыра ла фронтҡа китә...
Ҡуйыусы режиссеры - Радион Букаев, рәссам-яҡтыртыусы - Евгений Ганзбург, инсценировка авторы - драматург Светлана Баженова, ҡуйыусы рәссам - Альберт Нестеров, композитор - Ильшат Яхин.
Ролдәрҙә: Зилиә Ситдиҡова, Миңзәлә Хәйруллина, Илсур Байымов, Гүзәл Маликова, Ирек Булатов, Юнир Ҡоланбаев, Артур Ҡунаҡбаев, Урал Аминов