Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2020, 17:59

Рәмил Сурағолдан көләмәс

Шағир Рәмил Сурағолдо республикабыҙҙа белмәгән кеше юҡтыр. Уның "Әйтмә һин ауыр һүҙ", "Моңдар ҡайтһын ауылға", "Кңрше хаҡы - тәңре хаҡы", "Ер аҫтында юлдар юҡ" һ.б. бик күп хиттарын тыңлап әллә күпме быуын үҫте. Бөгөн Рәмил ағай йылмайып редакциябыҙға килеп инде. Йор һүҙле шағир көләмәсен һөйләп көлдөрөп тә алды.

Абитуриентҡа имтихан ваҡытында һорау бирәләр:
- Һеҙ Аҡмулла менән танышмы?
- Юҡ.
- Ә Ерәнсә сәсән менән?
- Юҡ.
- Ә Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов, Мостай Кәримдәр менән?
- Юҡ.
- Сығырға мөмкин.
Сыҡҡас, ишек янында өймәлешеп торған башҡа абитуриенттар быны һырып ала:
- Ҡабул иттеләрме?
- Юҡ, бында блатың, брат-ысватың булһа ғына ҡабул итәләр икән, - тигән була ти.
Читайте нас: