Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 18:14

Ҡаҙағстан сәйәхәтселәре ҡарға күмелгән

.

Башҡортостандың Әбйәлил районында ҡотҡарыусылар 18 февралдә кисен тулыһынса ҡар аҫтында ҡалған машиналағы кешеләргә ярҙам иткән. Улар Ҡаҙағстандың Уральск ҡалаһынан «Яҡтыкүл» курортының тау саңғыһы базаһына ял итергә китеп барған һәм Әлмөхәмәт ауылы янындағы ҡарлы юлда батҡан. Зыян күреүселәр 112 номерына шылтыратҡан, уларға ҡотҡарыусылар ярҙамға килгән. Барып етеүҙәренә машина бөтөнләй тиерлек көрткә күмелгән.
Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре 36 йәшлек водителгә, 36 һәм 32 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарға, 8,7,3 йәшлек балаларға сығырға ярҙамлашҡан. Бөтәһе лә имен-һау. Уларҙы ҡаргиҙәрҙә Сибайға ҡунырға алып киткәндәр. Бөгөн автомобилде ҡар ҡамауынан сығарыу мәсьәләһе хәл ителә, унан һуң туристар үҙҙәренең юлын дауам итергә мөмкин.
Читайте нас: