Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 20:25

Беренсе “уҡыусыһы” һеңлеһе була

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов тормошонан ун ваҡиға. #Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға #

1. Буласаҡ сәйәсмән бала сағынан уҡ эшһөйәр булып үҫә. Бесәнен дә саба, утынға ла бара, бәрәңге лә тәпкеләй.
2. Әсәһенең атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәмиғулла Ишмырҙин бәләкәс Рөстәм өсөн маяҡ булып тора. “Олатайымдың белмәгән бер нимәһе лә юҡ был донъяла тип ышанғас, ял иткән арала уны һорауҙарға күмеп ташлай торғайным. Был ғәҙәтем уға оҡшай ине, бер ҙә ауырһынмай яуап бирә, быныһын үҫкәсерәк белерһең, тип тә ҡуя. Йәки китап килтереп тоттора, бына ошонда һорауыңа яуап бар тигәнде аңлатып. Һуғыш тураһында йыш һөйләй ине ул, нисек парашюттан дошман позицияларына һикергәндәрен, штабҡа «тел» алып ҡайтҡандарын. Австрия, Венгрия хаҡында мин тәүләп унан ишетеп белдем. Кистәрен, эштән арып ҡайтҡанында, олатайымдың арҡаһына массаж эшләй торғайным, яра эҙҙәрен күрәм дә, тағы фронт тураһында һорашырға тотонам. Миңә, малай кешегә, ҡыҙыҡ та, ҡурҡыныс та…”, - тип иҫләй ул.
3. Уҡыусы сағында математика фәненән уҡытҡан әсәһенә дәфтәрҙәр тикшерергә ярҙамлаша.
4. Үҙенән алты йәшкә бәләкәй һеңлеһе Регина уҡырға барғансы уҡ уны уҡырға һәм яҙырға өйрәтә.
5. Студент йылдарында хеҙмәт юлын башлай.
6. 28 йәшендә Бәләбәй башҡорт гимназияһы-интернаты директоры вазифаһын башҡарған егет ике йылдан Рәсәйҙә ойошторолған конкурста “Иң яҡшы директор” исеменә эйә була.
7. Гимназия директоры булып эшләгәндә ғәҙеллекте юллап Беренсе Президентҡа тәнҡит хаты яҙа.
8. Был яуапһыҙ ҡалмай. Тиҙ арала Бәләбәйҙә ун уҡытыусыға фатир бирелә, 300 урынлыҡ интернат, балалар баҡсаһы төҙөлә.
9. 2010 йылда Израилға барғанда аэропортта фамилияһы өсөн бәйләнәләр. Сөнки Мөхәмәт исеме менән йөрөгәндәр урындағы власта шик тыуҙыра.
10. Рөстәм Ишмөхәмәтов – бөгөн үҙен төрлө яҡтан күрһәткән, карьера баҫҡысы буйлап үҙенең тырышлығы арҡаһында арымай-талмай үрләгән сәйәсмәндәрҙең береһе. 29 йәшендә – социаль фәндәр кандидаты, 31 – ГСК БР депутаты, 32 – Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, 33 – БР президенты кәңәшсеһе, 37 – Дәүләт Думаһы депутаты, 42 - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары вазифаларын башҡара.
Читайте нас: