Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 12:20

"Был тиклем төҙөлөш күптән булғаны юҡ ине!"

#нацпроекты

Кисә республика хөкүмәте Президиумының киңәйтелгән ултырышы үтте.
Милли проекттарҙың уҙған йылғы һөҙөмтәләре тикшерелде, киләсәккә бурыстар билдәләнде. Андрей Назаров әйтеүенсә, уҙған йылды республика өсөн ҙур төҙөлөш йылы тип билдәләргә була. Былтыр милли проекттар ярҙамында 21 мәктәп, 22 балалар баҡсаһы, 2 балалар дауаханаһы, 33 ФАП, 5 ауыл мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асҡан. 185 йәмәғәт территорияһы - парк, сквер, ял итеү өсөн башҡа урындар төҙөкләндерелгән.
"Республикала был тиклем төҙөлөш күптән булғаны юҡ ине", - тип билдәләне беренсе вице-премьер.
Милли проекттарҙың күбеһе буйынса ыңғай үҫеш күҙәтелһә лә, ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса артта киләбеҙ тип хәбәр итте Андрей Назаров. Бигерәк тыуым һәм торлаҡ тапшырыу буйынса түбән баһа алғанбыҙ. Был йәһәттән хөкүмәт башлығы бер нисә күрһәтмә бирҙе. Республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса район һәм ҡала хакимиәттәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырырға кәрәк.
Читайте нас: