Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 19:43

Ил инәһе ҡунаҡҡа килде

Бөгөн редакциябыҙға билдәле журналист, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева килеп инде. Ил инәһе һәр ваҡыттағыса халҡыбыҙ хәстәре менән янып йөрөй.#Шоңҡаржурналы

Бөгөн редакциябыҙға билдәле журналист, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева килеп инде. Ил инәһе һәр ваҡыттағыса халҡыбыҙ хәстәре менән янып йөрөй. Яңыраҡ инәй Ғафури районы Красноусол ауылына барып ҡайтҡан, урындағы башҡорт гимназия-интернатында "Урал батыр" мәктәбен асыуға ирешкән. Уның фекеренсә, мәктәптә балалар мәшһүр эпосыбыҙҙың тәғлимәтенә таянып уҡытылырға тейеш. Ғөмүмән, һәр башҡорттоң көнитмеше шуға нигеҙләнһә, бик яҡшы буласаҡ.
Мәрйәм инәй буш ҡул менән килмәгән, редакциябыҙға ғалим Фәнил Күзбәков менән берлектә сығарған "Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм..." китабын да бүләк итте. Ил инәһе дәрт-дарманы ташып торған милләттәштәребеҙҙе "Урал батыр" проектына ҡушылырға саҡыра.
Читайте нас: