Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 13:45

Лол ҡурсаҡтарының тарихы

Бөгөн Лол ҡурсаҡтары менән уйнамаған ҡыҙсыҡтар һирәктер. Әҙәм затына бигүк оҡшамаған, ҙур күҙле, сағыу кейенгән, етмәһә бер нисә уйынсығы ла үҙе менән бергә һатылған был уйынсыҡтар, ысынлап та, ҡыҙыҡтырғыс шул. Ә уларҙың барлыҡҡа килеүе үҙе бер тарих.

Лол ҡурсаҡтарының авторы-“атаһы” Исаак Лариан Ирандың иң ярлы райондарының береһендә йәшәй. Ғаилә башлығы балаларына уйынсыҡ алыу түгел, хатта ашарҙарына ала алмаған саҡтары ла була. Бер мәл ғаилә Лос-Анджелесҡа күсеп китә. Ҡуртымға алынған бәләкәй генә фатирға түләр өсөн атай кеше һауыт-һаба йыйыусы ла, йыйыштырыусы ла булып эшләй. Бер үк ваҡытта эштәре күп булып, мөмкинлеге булмаһа ла, инженер һөнәренә тартыла, уға ҡағылышлы осраған һәр материал менән таныша, үҙ аллы шөғөлләнә. Ә Лол ҡурсаҡтарын уйлап табырға Исаакка балалары идея бирә. Улар йыш ҡына интернеттан башҡа балаларҙың матур ҡаптарға һалынған уйынсыҡтарҙы асҡан ваҡыттарын ҡарарға яраталар.
Әлбиттә, билдәлелек иң башта уңышһыҙлыҡҡа осраусан. Лариандың ҡурсаҡтары менән дә шулай була. Уларҙы һатып алырға бер нисә магазин хужаһы баш тарта һәм бары тик бер ни тиклем ваҡыттан һуң ғына Target сауҙа нөктәһенең директоры менән килешеүҙәр төҙөгәс кенә бәхет йылмая. 1300 магазиндың һәр береһендә Лол ҡурсаҡтары тиҙ арала һатылып бөтөп, авторын аҡсаға күмә.
Читайте нас: