Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 23:51

Мирас, Мөхәмәт һәм Гөлли!

2020 йылдың тәүге өс игеҙәк сабыйын Өфө бала табыу йортонан сығарҙылар.#Шоңҡаржурналы

Өфөлә Сыңғыҙовтар ғаиләһендә быйыл 3 февралдә тыуған өс игеҙәк бала йорттарына ҡайтты. Республика перинаталь үҙәгендә Мирас, Мөхәммәт һәм Гөллиҙе аталары, биш йәшлек ағайҙары Самир, олатай-өләсәйҙәре һәм ике яҡтан да яҡын туғандары ҡаршыланы.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин, өс балаға ғүмер биргән әсәгә сәскә гөлләмәләре тапшырып, Сыңғыҙовтарға артабан сабыйҙарын тәрбиәләүҙә уңыштар теләне. Республика перинаталь үҙәгендә донъяға килгән Мирас, Мөхәммәт һәм Гөлли үҙҙәрен яҡшы тоя. Балалар һәр береһе икешәр килограмм ауырлыҡта тыуған. Сәләмәт сабыйҙарҙы әсә операцияһыҙ, үҙе тапҡан. Бындай ҡатмарлы осраҡта ҡатынға һәм игеҙәктәргә квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелһен өсөн өсөнсө кимәлдәге медицина учреждениеһы ярҙамға килгән.
Күп бала тәрбиәләгән Сыңғыҙовтар йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаж аҙ тәьмин ителгән ғаилә булараҡ биш йыл элек Баймаҡ районында торлаҡҡа сиратҡа баҫҡан. Дәүләт ярҙамына мохтаж ғаилә үҙенә тәғәйен пособиеларҙы һәм түләүҙәрҙе юллап, матди хәлен мотлаҡ яҡшыртыр, тип көтөлә.
Читайте нас: