Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 11:37

Яңы белем алырға теләүселәр өсөн гранттар бүленә

#ВладимирПутин

Владимир Путиндың май указдарында ҡабул ителгән "Фән” милли проектына ярашлы, 2024 йылға хәтлем ғилми һәм ғилми-педагогик кадрҙарҙы әҙерләү программаһы буйынса белемдәрен камиллаштырыусылар өсөн ете мең грант бүленгән, ә белем биреү программаһы буйынса ун мең кеше өсөн уҡыуҙар ойоштороласаҡ. Башҡортостанда алдынғы ғилми инфраструктураны ойоштороуға берҙәм һанлы платформаның булыуы шарт. Ул университеттарҙы, фән ойошмаларын һәм комплекслы ғилми-техник проект сиктәрендә иҡтисадтың корпоратив секторын берләштерергә тейеш.
– Уҙған йылды алғанда, республикабыҙҙа тикшеренеүҙәр менән 3 мең ярымдан ашыу кеше шөғөлләнгән, шуның ете проценты фән докторы ине, ғалимдарҙың уртаса йәше 60 тирәһе, – тип һөйләй фән докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов.
Әлфис Суфиян улы белдереүенсә, “Фән” милли проекты нигеҙендә, республикабыҙҙа “Инновацион альянс” ғилми-белем биреү үҙәген төҙөү буйынса эштәр эҙмә-эҙлекле алып барыла.
Читайте нас: