Башҡортса шиғриәтте популярлаштырыуға йүнәлтелгән "АҪЫЛТАШ" интернет-марафоны социаль селтәрҙәрҙә шиғриәткә һөйөү уятыу һәм интернет киңлеген башҡортса контент менән байытыуға йүнәлтелгән. Проекттың төп маҡсаты - 30 йәшкә тиклемге алдынғы башҡорт йәштәре ҡатнашлығында видеошиғырҙар төшөрөү. Марафон сиктәрендә 30 видеошиғыр төшөрөү ҡаралған, әле уларҙың 12-һе сафта.