Республикала 2019 йылда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты сиктәрендә крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына 219 миллион һум күләмендә ярҙам күрһәтелде. Республикала 108 ауыл хужалығы кооперативы һәм 129 фермер хужалығы булдырылған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә алдынғы урында килә.
Ғаилә фермалары грант аҡсаһын льготалы инвестиция кредитының бер өлөшөн түләү өсөн файҙалана ала. Ошо механизмды индереү өсөн Ауыл хужалығы министрлығы банктар һәм тармаҡ ойошмалары менән бергә фермер хужалыҡтарын һәм кооперативтарын үҫтереүҙең типовой проекттарын әҙерләй, тип хәбәр иттеләр республика ведомствоһынан.
Былтыр фермерҙарға һәм кооперацияға грант ярҙамы программаларын тормошҡа ашырыу өсөн 750 миллион һум (федераль бюджеттан — 400 миллион һум самаһы, Башҡортостан ҡаҙнаһынан — 350 миллион һум) бүленде. Фермерҙар үҙҙәре һалған аҡсаның күләме — 260 миллион һумдан ашыу. Гранттар 220 фермерҙың һәм кооперативтың техник базаһын яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе. 118 яңы ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы һәм 800-гә яҡын яңы эш урыны булдырылды.