Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2020, 11:32

Сит илгә тауар сығарыу өсөн эшҡыуарҙарға субсидия

#ВладимирПутин

Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында тәүгеләрҙән булып эшҡыуарҙарға тауарға халыҡ-ара сертификат алыу өсөн субсидия бирәсәк.
Әлеге эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында ҡабул ителгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектының ярҙамы менән тормошҡа ашырыласаҡ. Был йәһәттән 20 миллион һум бүленгән. Бер эшҡыуарға субсидияның максималь күләме раҫланған сығымдарҙың 80 процентын тәшкил итә. Әммә ул ике миллион һумдан күп була алмай.
Башҡортостанда тағы ла бер дәүләт ярҙамы сараһы күрһәтелә – тауарҙы сит илгә ташыуға экспортлаусыларҙы өлөшләтә субсидиялау. Программа төбәктә былтыр июндән башлап тормошҡа ашырыла. Быйыл субсидиялау күләме икеләтә артып, 80 миллион һум тәшкил итә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: