Мартта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн уңайынан рәсәйҙәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә, тип иҫкә төшөрә Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы.
Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – байрам көнө булып тора.
«Быйыл 8 Март байрамы йәкшәмбегә тура килә. Ял һәм байрам көнө тап килгән осраҡта, ял көнө байрамдан һуң килгән эш көнөнә күсерелә, — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола. — Шуға ярашлы, 8 марттағы ял (йәкшәмбе) 2020 йылдың 9 мартына (дүшәмбе) күсерелә. Йома, 6 мартта, эш көнө ҡыҫҡармай».
Шулай итеп, байрам уңайынан биш көнлөк эш аҙнаһында 7,8 һәм 9 март байрам көндәре булып тора.
Йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 8 марттағы байрам көнө отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы