Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2020, 13:43

Елдән килгән аҡса...

Кисәнән бирле бәйләнештәге "дуҫтар" еңел аҡса табырға саҡырып яҙа, инстаграмдағы һәр бер сторис тиерлек еңел аҡса табыу ысулы тураһында ҡысҡыра... Йәнәһе лә 2400 аҡса һалдың да бер-нисә сәғәттән 19200 һум килем алаһың... Бындай юл менән аҡса эшләүҙең бер ғәйепһеҙ булыуына ихлас ышаныусыларға түбәндәге мәғлүмәтте уҡырға кәңәш итер инек...

Ябай ғына "уйын" кеүек күренгән был нәмә ысынында ФИНАНС ПИРАМИДА. Уйлап ҡарайыҡ, һеҙ, күк колонкалағы кешегә үҙегеҙҙең 2400 аҡсағыҙҙы һалып, уйынға индегеҙ һәм ҡыҙғылт-һары бағанаға эләктегеҙ. Унда 8 кеше йыйылғас, күк бағаналағы кеше, йәғни, уйынды башлаусы, "эшләгән" 19200 аҡсаһын алып, уйындан сыға. Күк бағанаға эләгер өсөн, һеҙ үҙегеҙҙең дуҫтарығыҙҙы уйынға инергә саҡыра башлайһығыҙ. Ярай, һеҙ үҙегеҙҙең аҡсағыҙҙы алып ҡотолдоғоҙ ти. Ә һеҙҙең ҡармаҡҡа эләгеп уйынға ингән башҡаларға саҡырырлыҡ кешеләр ҡалмаһа... Үҙегеҙҙең дуҫтарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы аҡсаға алданығыҙ булып сыға түгелме?.. Еңел аҡса эшләү мөмкинлегенә ышанып, һуңғы аҡсаһын һалған кеше үҙенә килем сығара алмаһа?..
Тәүге инвесторҙарҙың һуңғараҡ килгән инвесторҙар иҫәбенә килем алыуы Понци схемаһына ярашлы. Йәғни, был ФИНАНС ПИРАМИДА. Миллионлаған кешене алдаған МММ, Кэшбэри, төрлө торлаҡ һәм круиз ойошмалары кеүек үк.
Был схеманың ҡурҡыныс яғы шунда: тәүге этаптарҙа бында, ысынлап та, аҡса "эшләп" була, әммә уға ҡушылырға теләүселәр бөтһә, килем туҡтала. "Уйын"ға тәүгеләрҙән булып ингән кешеләр һуңғараҡ килгән кешеләрҙең аҡсаһынан үҙенә килем алып өлгөрә, ә һуңғылары минусҡа төшә. Үҙегеҙҙе алдарға бирмәгеҙ һәм башҡаларҙы алдамағыҙ, дуҫтар!
Читайте нас: