Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2020, 15:00

4 йәштән 35 йәшкә тиклемге һылыуҡайҙар бер сәхнәлә

“Башҡортостан гүзәле – 2020” матурлыҡ бәйгеһенең финалында 4 йәштән 35 йәшкә тиклемге һылыуҡайҙар бер сәхнәлә! Был моделдәр конкурсы түгел, ҡыҙҙарҙың сибәрлеге уның оҙонлоғо һәм, ғөмүмән, тышҡы ҡиәфәткә ҡарата ҡалыплашҡан матурлыҡ күрһәткестәре менән баһаланмай.

Төп критерийҙар иҫәбендә — сәхнә һөйкөмлөлөгө һәм аҡыл, башҡорт йәки татар телен, үҙ халҡыңдың йолаларын белеү. Финалға үткән ҡыҙҙар тап шундайҙарҙан. Ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ килеп күрегеҙ! «Башҡортостан гүзәле» матурлыҡ бәйгеһенең финалы 7 март 19:00 сәғәттә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында уҙа.
Конкурста Һылыуҡайҙар биш йәш категорияһында көс һынаша:
- 4 йәштән 6 йәшкә тиклем;
- 7 йәштән 10 йәшкә тиклем;
- 10 йәштән 13 йәшкә тиклем;
- 14 йәштән 23 йәшкә тиклем;
- 35 йәшкә тиклемге кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар.
Читайте нас: