Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2020, 10:11

Конституцияға үҙгәрештәр индереү өсөн тауыш бирәсәкбеҙме?

Мәғлүм булыуынса, ил Президенты Владимир Путин һуңғы Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү талап ителеүе хаҡында белдергәйне. #ВладимирПутин

Конституцияға үҙгәрештәр буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүе уҙасаҡ. Был сараны уҙғарыу ваҡыты һәм тәртибе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың махсус указында күрһәтеләсәк. Был аҙнала ил башлығы ошо мәсьәлә буйынса Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса төҙөлгән эшсе төркөм менән осрашып тауыш биреү көнөн раҫлай. Тауыш биреү үтер алдынан халыҡҡа аңлатыу эше лә киң йәйелдереләсәк. Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы үҙгәрештәр индергәндән һуң, халыҡ тауыш бирәсәк. Төбәктәрҙең Дәүләт Закондар сығарыу органдарының өстән бер өлөшө төп законға үҙгәрештәр индереүҙе хупларға тейеш. Граждандарҙың теләген белгәс, Конституцияға үҙгәрештәр законлы көсөнә инә.
Читайте нас: