Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2020, 11:55

Һуңғы һигеҙ йыл эсендә юлда үлем осраҡтары кәмене

РФ Президенты Владимир Путин Эске эштәр министрлығы коллегияһында һәләкәттәр һөҙөмтәһендә күҙәтелгән үлемдең кәмеүенә ҡарамаҫтан, юлдарҙа әүҙем эш алып барыуҙы дауам итергә ҡушты.“Һуңғы һигеҙ йыл эсендә юлда үлем осраҡтары кәмене. Был, һис шикһеҙ, юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәренең эш һөҙөмтәһе. Шуныһына иғтибар иттем: Юл һәләкәте һөҙөмтәһендә вафат булғандарҙың 90 процентҡа яҡыны 18 йәштән илле йәшкә тиклемгеләр тәшкил итә. Йәштәрҙең һәләк булыуы аяныслы. Шуға ла был йүнәлештә эш дауам ителергә тейеш”, - тине Владимр Путин. Ил башлығы Эске эштәр министрлығына “Сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем булырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

РФ Президенты Владимир Путин Эске эштәр министрлығы коллегияһында һәләкәттәр һөҙөмтәһендә күҙәтелгән үлемдең кәмеүенә ҡарамаҫтан, юлдарҙа әүҙем эш алып барыуҙы дауам итергә ҡушты.
“Һуңғы һигеҙ йыл эсендә юлда үлем осраҡтары кәмене. Был, һис шикһеҙ, юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәренең эш һөҙөмтәһе. Шуныһына иғтибар иттем: Юл һәләкәте һөҙөмтәһендә вафат булғандарҙың 90 процентҡа яҡыны 18 йәштән илле йәшкә тиклемгеләр тәшкил итә. Йәштәрҙең һәләк булыуы аяныслы. Шуға ла был йүнәлештә эш дауам ителергә тейеш”, - тине Владимр Путин. Ил башлығы Эске эштәр министрлығына “Сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем булырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Читайте нас: