Калуга өлкәһенең Обнинск ҡалаһында уҙған “Осрашыу” XV халыҡ-ара православие Сретенск кинофестивалендә режиссер Александр Галибиндың Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса төшөргән фильмы Гран-при алды. Һәләтле йәш актерыбыҙ Арыҫлан Ҡырымсуринға иһә Йәмил роле өсөн “Иң яҡшы ир-егет роле” номинацияһы тапшырылды.Ҡотлайбыҙ!