Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2020, 16:46

"Шоңҡар" менән бергә булығыҙ!

Дуҫтар! Журналыбыҙҙың февраль һаны донъя күрҙе! Был һаныбыҙ сағыу, ҡыҙыҡлы мәтериалдарға үтә лә бай! Республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, шәп замандаштар, уңышлы кешеләр менән танышығыҙ. Беҙҙең журнал тышында Илшат Сибәғәтуллин. Халыҡ йырҙарын да, композитор әҫәрҙәрен дә үҙенә генә хас эске бер моң менән еренә еткереп башҡарыу маһирлығына эйә ул. Был һандың геройҙары менән тулыһынса һылтанма буйынса инеп таныша алаһығыҙ:

"Шәп замандаш" рубрикаһында Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, фәлсәфә фәндәре кандидаты, йәш ғалим һәм билдәле йәмәғәт эшмәкәре Искәндәр Алик улы Шакиров тураһында уҡығыҙ.
"Йәшәйеш"тә әлеге ваҡытта атай абруйының юғала барыуы, ирҙәрҙең бигерәк нескә заттарға әйләнеүе кеүек тәрән фекерләүҙе талап иткән мәсьәләләр күтәрелә.
Был һанда Ибраһим Ғиззәтуллин исемендәге премияға конкурс геройы ла үҙ урынын алды. Матур ғаилә башлығы, уңған әсә, үҙ эшенең оҫтаһы, уңышлы эшҡыуар, төрлө ҡаҙаныштарға лайыҡлы булған спортсы йә сәнғәт әһеле, үҙенсәлекле фекерле йә башҡа өлгө булырҙай замандаш, башҡаларҙы хайран ҡалдырырҙай башлы, һәләтле уҙаман, башҡаларға бәлә килгән дә ут йә боҙло һыу эсенә ташланырҙай тәүәккәлдәр... Ана шундай БАТЫРҘАР хаҡында һеҙ ҙә беҙгә яҙып ебәрә алаһығыҙ.
Аҡса күплек аҡыл аҙлығын ҡаплай аламы? Был хаҡта "Бизмәнгә һалып" рубрикаһында уҡығыҙ.
"Сәсмәүер"ҙә Әбйәлил егете Радик Өмөтҡужиндың "Ян" хикәйәһе.
"Хәҙер миңә ҡояш танһығыраҡ,
Япраҡ танһыҡ бынау сағанда..." - тип яҙған йәш шағир Илгиз Ишбулатовтың шиғри шәлкеме "Илһам" рубрикаһында.
Журналыбыҙ иғлан иткән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн нәҫел тамырын өйрәнеүҙең мөһимлеген аңлатҡан инсценировкалар һәм пьесалар бәйгеһенә килгән бер эш тә февраль һанында үҙ урынын тапты.
Ҡыҫҡаһы, журналда мауыҡтырғыс мәҡәләләр күп.
Читайте нас: