Йәйәүләп атҡа йәки машинаға ултырып юлға сыҡҡанда мосолман тәүҙә “бисмиллә” тип әйтеп, бер нисә тапҡыр “Аятел-Көрси” уҡыр ҙа урынынан ҡуҙғалып китер.
- Эй, Аллаһ! Һиңә ҡарай юл тоттом, Һинең ярҙамыңа өмөт бағланым. Шикле кеүек тойолған йәки бер шиге булмаған бөтә нәмәлә миңә таяныс бул. Рухыма аҙыҡты тәҡүәлектә табырға мөмкинлек бир. Эй, Раббым! Гонаһтарымды ғәфү ит, ҡайҙарҙа ғына йөрөһәм дә, ҡайҙа ғына барыр булһам да, эштәрҙең хәйерлеләренә генә юлыҡтыр! – тип доға ҡыла торған була.
Юлда йөрөгәндәр өсөн тағы ла бер доға
“Бисмиллә” әйткәндән һуң мосолман:
- Ултырып йөрөгән был нәмәләрҙе беҙгә хеҙмәт иттергән Аллаһ – бөйөктәрҙән-бөйөк дан-шөһрәт эйәһе. Уның Үҙ ихтыяры булмаһа, беҙҙең генә ксөбөҙ етмәҫ ине. Бөтә кәмселектәрҙән Ул пак, - тип уҡыған доғанан һуң, өс тапҡыр “Әл-хәмдү-лил-ләһ”, өс тапҡыр “Аллаһу Әкбәр!” – тип юлын дауам итә.
Эй, Раббым! Эштәремә еңеллек бир, ауырайта күрмә. Эй, Раббым! Башлаған эшемде хәйерле итеп тамамларға ярҙам ит, - тип тә доға ҡыла ул.