Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2020, 17:10

Юғарынан асҡыс бирелә...

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлнур Яҡупова тормошонан ун ваҡиға. #Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға #Башҡортостан_әҙәбиәте#Литература_Башкортостана

1.ЙӘЙ ҠЫҘЫ
Тыуған мәлем айы-көнөнә, сәғәте-минутына тиклем генә түгел, температураһына тиклем дөрөҫ теркәлгән, атайым дәфтәргә яҙып ҡуйған: “1948 йылдың 24 июнендә, көндөҙгө сәғәт теүәл 3-тә ҡыҙым тыуҙы. Радио хәбәр итеүенсә, Мәскәүҙә эҫелек 34 градусҡа етә яҙған, беҙҙә шунан да юғарыраҡтыр әле. Бындай эҫе йәйҙе ололар ҙа хәтерләмәй.”
Яңыраҡ ҡына интернеттан мәғлүмәт алдым, мин тыуған йәйҙәге эҫелек һаман да рекорд булып ҡала килә – Башҡортостанда 33,7 градус булған!
Исемемде лә атайым ҡушҡан, йәй ҡыҙына иң килешле исем – Гөлнур, тигән. Шуғалыр инде, өлкәндәр: “Һин кем ҡыҙы?” – тип һораһалар, “Мин Йәй ҡыҙы”, – тип йөрөгәнем, мәктәпкә төшкәнсе.
2. ЙЫЛАН САҠҠАНДА...
Рәхимә өләсәйем, атайымдың әсәһе, сәсен минән таратырға ярата ине. Таҫма менән берҙән генә үреп тә ҡуям. Сәс араһындағы ялтасын күргән һайын әйтмәй ҡалмайым, өләсәй, һине йылан нығыраҡ саҡҡан, ә минең балтырымда эҙ ҙә ҡалмаған, тип...
Алты йәшлек сағымда булды ул хәл. Өләсәйем менән ауыл осонда әрәмәлектә йөрөйбөҙ, ул дарыу үләндәре йыя, ыңғайында мине лә үлән айырырға өйрәтә. Баш осонда бал ҡорттары, һағыҙаҡтар безелдәшә. Шунда, йөҙлөгөмдән өҫтәрәк, әсе итеп бер нәмә тешләне, ҡысҡырып ебәрҙем. Өләсәйемә, һағыҙаҡ тешләне, тинем. Һағыҙаҡтың был осорҙа иң ағыулы сағы, тип, ул мине етәкләп алды ла ауылға йүгерҙек. Ярты юлда, быуынһыҙланып, ултыра төштөм. Өләсәйем аяғыма күҙ һалғас: ”Йылан саҡҡан!” – тип аһ итте. Әллә ҡурҡыуымдан, һуштан яҙғанмын...
Аңыма килгәндә, аяҡ осомда йылан арбаусы Шәйхетдин бабай, духтыр Әсҡәт ағай ултыра. Өләсәйемдең ҡобараһы осҡан, башындағы аҡ яулығында ҡан табы бар. Күҙемдәге һорауға ул: “Ә, былмы, йылан саҡҡанда... әлдә үҙең иҫән ҡалдың, әлдә генә... – тип яуапланы.
Баҡһаң, өләсәйем, хәлдең асылына төшөнгәс, йылан тешләгән урындан ҡанымды һурып төкөргән дә, үҙенең бер услам сәсен йолҡоп алып, шуның менән балтырымды өҫтәнерәк бәйләп ҡуйған, мине йөкмәп алып ҡайтҡан.
3. ИҪӘР, ТИҺӘМ, ЯҠШЫ УҠЫЙ ...
Эшкә яраған ун бер йәшлек ҡыҙыҡаймын. Ялан аяҡҡа ғына галош эләктереп, һыуға сыҡтым. Әсәйем, тиҙ йөрө, тигәнде ишаралап, тәҙрә сиртеп ҡалды.
Галошымды сисеп, йылғаның уртаһынан, таҙараҡ ағымдан, һыу алдым да, юрғалап ҡайтып киттем. Бәй, әсәйем тағы тәҙрә сиртә, бармағы менән аяҡтарыма төртөп күрһәтә: галоштарым яр буйында тороп ҡалған даһа! Биҙрәләремде йәшелсә баҡсаһындағы мискәгә бушаттым да ҡабат киттем һыуға. Барһам, арыраҡ, йылғаның иң сөм бөгөлөндә, тиҫтер ҡыҙҙар сыр - сыу килеп һыу инәләр. Көйәнтә - биҙрәләремде бер ситкәрәк туғарҙым да, теге галоштарымды ла шул тирәгә ҡуйып, йүгерҙем бөгөлгә. Йөҙөргә яратам мин! Иң аҙаҡҡа ҡалып ҡайтырға сыҡтым. Ай, әсәйем тағы ла ҡаты итеп тәҙрә сиртте. Был юлы галошым ғына түгел, көйәнтә-биҙрәләрем дә ярҙа ятып ҡалған шул! Өсөнсөгә тороп саптым Өйә буйына. Был юлы галоштарымды кейеп үк керҙем йылға уртаһына – кәртәгә кейҙереп киптерермен әле.
Шул арала әсәйемдең әхирәте Мәғүҙә апай килгән, сөкөрләшеп һөйләшеп ултыралар. Мине һөйләйҙәр. Әсәйем әйтә:
–Уф, ошо баланы! Иҫәр, тиһәм, яҡшы уҡый, гел бишле алып ҡайта мәктәптән. Иҫәр түгел, тиһәм, иҫен юғалтып йөрөй ҙәһә! Уҡытыусыһы ла килешкән, шиғыр яҙҙыртҡан булып, баланың башын ҡатыра.
–Кит, нишләп иҫәр булһын, хыялый, тип әйт әле, исмаһам, шиғыр яҙа, тиһең дәһә, – тине Мәғүҙә апай, әсәйемде йыуатып...
4. ҠУШАМАТЫМ ҠОТЛО БУЛДЫ...
Тәүге ҡушаматымды Сәрүәрә класташым йәбештерҙе, беренсе класты тамамлаған йылды. Йыш ҡына йылғала бергә һыу инә инек. Шулай бер, мине әсәйем эҙләп килгән, яр башынан ҡысҡыра: «Ҡайт тиҙерәк, көтөүҙе ҡаршыла! Һыуға төшһә, донъяһын онота, һыу баҡаһы…»
Сәрүәрә генә ишетһә, бер хәл, бында бала-саға мыжғып тора. Таралды... Өсөнсө класҡа тиклем юҡ-юҡта ла «һыу баҡаһы» булып алғыланым, бәхеткә күрә, уны тиҙ оноттолар. Сөнки миңә яңы ҡушамат тағылды. Уҡытыусы апай: «Ҡапҡылап алайыҡ, балалар», – ти ҙә, 5 минутлыҡ тәнәфес ойоштора, үҙе лә портфеленән ризығын сығарып өҫтәлгә ҡуя, беҙ ҙә, кем нимә килтергән, шуның менән ризыҡланырға тотонабыҙ.
Бер көндө өләсәйем һыуытылған манный бутҡаһын ҡағыҙға төрөп ебәргән икән. Сығарып партаға ҡуйыуым булды, бер малай йүгереп килеп һыйымды эләктерҙе лә тәҙрә төбөнә барып ултырҙы. Ҡағыҙҙы асып ҡараны ла, “фу”, тип миңә кире ырғытты. Бутҡа ни, кейемемә һылашты, илап ебәрҙем. Ә тиҫтерҙәремә ҡыҙыҡ таһа, көлдөләр генә! Шунан ни, ҡушамат та көттөрмәне, “илаҡ” тигәне йәбешә һалды.
Бишенсе класта уҡығанда ҡотолдом ул унан. Башҡорт теле уҡытыусыһы бер дәрестә: «Мәктәбебеҙҙең өлкән йәштәге уҡытыусыһы Ибраһим Мәүлетҡолов абыйҙың юбилейы яҡынлаша, уға арнап шиғыр яҙ әле, Гөлнур, иншаларың матур бит», – тип өгөтләне. Баш ҡаҡтым да, шул дәрестә үк шиғыр уйлай башланым. Килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Өйгә ҡайтҡас та маҙаландым, бер юл да яҙылмай. Тәҙрәнән йылға яғына, ике ярҙы тоташтарған күпергә, тегеләй-былай уҙған кешеләргә ҡарап тора инем, ҡылт итеп бер образ тыуҙы: уҡытыусы ла замандарҙы тоташтыра, балаларға белем бирә, киләсәккә күпер һала, тигәнерәк. Шиғырымды мәктәптең стена гәзитенә яҙҙылар, класыбыҙҙың иң шәп художнигы Фатих Хисамов матур итеп һүрәт тә төшөргәйне. Уҡытыусым «шағирә» тип ҙурҙан һалып маҡтап та ҡуйҙы һәм был миңә яңы ҡушамат булып тағылып та китте. Ҡотло булды ул!
5. ШАҒИРӘ СЫҒЫП КИЛӘ…
Салауат педагогияһының 3-сө курсында уҡып йөрөйөм. Барлыҡ фәндәрҙән дә яҡшы уҡыйым. Геометрия, арифметика, алгебра булып уҡытыла ине математика беҙгә, алгебраһынан ныҡ аҡһайым. Уҡытыусыбыҙ бер көндө оҙон итеп нотоҡ уҡып алды: “Яҡупова, башҡа фәндәрҙән арыу уҡыйһың бит, почти отличница, ә алгебранан артта һөйрәләһең, 3-лө сығарһам, стипендия булмаясаҡ, былай ҙа тартып-һуҙып 4-ле ҡуям даһа... Һинән мәңге математик сыҡмаясаҡ, уныһы ясно, ниңә стипендияға тырышмайһың, вот шуныһы миңә не ясно!”
Дөйөм ятаҡ элек Техниктар йорто булған бер ҡатлы бинала урынлашҡайны. Бүлмәләр ҙур, ун алтышар ҡыҙыҡай бергә йәшәйбеҙ. Оҙон өҫтәл артында күмәкләп ризыҡланабыҙ, шунда уҡ дәрес тә әҙерләйбеҙ. Ултыра торғас, мин һамаҡлап илап ебәрҙем: “Маһира Абдрахмановна, һинән мәңге математик сыҡмай, тине, стипендия алмаһам, ауылға ҡайтып китергә инде...” Ҡыҙҙар йыуатырға тотондо, үҙҙәренең 20 һумлыҡ стипендияһынан миңә 1-әр һум йыйышырға уйлаштылар. Шул минутта бүлмәгә бер ҡулына сәйнүк, икенсе ҡулына гәзит тотҡан Гәүһәр һабаҡташыбыҙ килеп инде (кухня буйынса дежур ине) һәм: ”Математик сыҡмаһа ни, зато һинән шағирә сығасаҡ, уже
сыҡҡан, мә!” – тип, ҡулыма “Ленинсе” гәзитен тотторҙо – бергәләп яҙылғайныҡ. Асып ҡараһам, шиғырҙар шәлкемем баҫылған! Ай ярым тирәһе элек почта аша ебәргәйнем шул.
Ә Маһира апай барыбер 4-легә тартты мине, бөгөн дә рәхмәт әйтәм уға. Курсташтарым менән осрашып торабыҙ, минән “шағирә сығып килгән” шул мәлде гелән иҫкә төшөрәбеҙ.
6. МИСКӘЛӘ ЙОҠЛАРҒА ЛА РИЗА ИНЕҢ ӘЛЕ...
Тыуған районым Ғафуриҙа район гәзитендә хәбәрсе булып эшләп йөрөйөм. 20 йәштәмен. Ул осорҙа нигеҙҙә урыҫтар йәшәгән Красноусолда беҙ, башҡорт йәштәре, танышып, тупланып алғайныҡ. Комсомол райкомында эшләгән Фәсхетдин Муллағоловтың тыуған көнөндә буласаҡ тормош иптәшем Раил менән осраштым. Студент, ҡышҡы каникулда, Фәсхетдиндең яҡын ғына туғаны икән. Красноусолдыҡы. Ҡыш хат алышыуҙан уҙманыҡ, телефондан бер-ике һөйләштек, ә йәй ял көндәрен мин ауылда үткәрәм, әсәйемә (атайым йәшләй вафат булды) утын-бесән әҙерләшәм, сөгөлдөрөнә лә йөрөшәм, эштән баш сыҡмай. Ә кистәрен, әхирәттәрем менән киноға йәки тансаға йүгерәм. Отпускала иһә район үҙәгенә барып та урамайым. Бәй, бер шулай, һуң ғына ҡайтып инһәм, Раил беҙҙә сәй эсеп ултыра!
Зөлфиә өләсәйем, әсәйем, һеңлем, ҡустым, Раил – бишәүләп миңә ҡарағандар ҙа ҡатҡандарсы. Әсәйем: “Киске автобус менән килгән дәһә, беҙҙе эҙләп тапҡан, ауылда бер кеме юҡ, ҡайҙа итәйек кеше балаһын...” – ти, аҡланғандай. Өләсәйем: “Ҡунаҡты кадушкаға йоҡларға һалырбыҙ инде, алып инәйем әле, әтеү...” – тип һөйләнеп, соланға сыҡты. Раилдең йәшкелт зәңгәр күҙҙәре шар булды: ”Кадушкала?” Ул, ата-әсәһе башҡорт булһа ла, тик русса ғына һөйләшә ине. Түҙмәй, көлөп ебәрҙем, кадушка – беҙҙеңсә мискә бит инде, ә 85 йәшлек өләсәйем раскладушканы үҙенсә шулай еңелләштереп атаған да ҡуйған ине.
Донъя көткәндә, үпкәләшеп алған мәлдәрҙә, Раилгә: “ Мине алыр өсөн мискәлә йоҡларға ла әҙер инең әле, оноттоңмо? – ти ҙә, тиҙүк яраша ла ҡуя инек.
7. БИТЛЕ ГӨЛНУР БУЛЫП СЫҠТЫҢ...
...Йәшләй генә ҡәләм тибрәтә башлаһам да, ижад шишмәм быуылып торған бер осор ине. Һикһәненсе йылдар башы. Бәйләнеш сараһы – почта ла,
редакциялағы телефон. Гәзиттәргә шиғырҙарымды ебәреп ҡарайым, яуап килмәй түгел, килә, хатта ыңғай баһа ла биреп ҡуялар, әммә баҫмайҙар. Үҙе юҡтың күҙе юҡ... Бер көндө тоттом да “Ағиҙел” журналы редакцияһына шәлкем ебәрҙем.
Бер көндө редакторыбыҙ, һиңә журналдан шалтыраталар, тип, бүлмәһенә саҡырҙы. Абдулхаҡ Игебаев ағай!
– Битле Гөлнур булып сыҡтың әле һин... – Аптырап ҡалдым. Ағай дауам итте: – Беҙгә ебәргән шәлкемеңде алдыңа һал да берәй шиғырыңды ас. Ас та, һанап сыҡ, нисә тапҡыр “бит” тигән һүҙ ҡабатланған?
– Биш тапҡыр...
– Дүрт куплетлыҡ шиғырҙа! “Ышанам бит, һағынам бит...” Ә шиғырҙарың хисле, образлы, ана шул “бит” тәреңдән ҡотолһаң. – Ағайҙың тауышы көлөмһөрәп сыҡты. – Йәйге һандарҙың береһенә әҙерләйем, оҙаҡҡа һуҙма, йәме.
Ысынлап та, 1984 йылдың июнь һанында Илеш егете Ринат Хәйри менән минең шиғырҙар “Йәштәр тауышы” рубрикаһында донъя күрҙе.
8. РАЙОН ГӘЗИТЕ МЕЙЕСЕНӘН...
Өфөгә күсеп, эш белешә торғас, шул асыҡланды: хәҙерге “Башҡортостан” гәзитенә, телевидениеға хеҙмәткәрҙәр кәрәк икән. Ә мин гәзиттән шул хәтлем бүккәнмен. Шулай ҙа, ул саҡтағы баш мөхәррир Абдулла Исмәғилев ағайға инеп сыҡтым. Район гәзите мейесенән сыҡҡан кешене ни, алам эшкә, тине. Телевидение тигәс үк тә ҡойолоп төшәм, ҡаушата, унда яҡын да юлламаным. Осраҡлы ғына, “Башҡортостан ҡыҙы” журналында урын барлығын белеп ҡалдым. Баш мөхәррир Гөлфиә Иҙелбаева: “Һин ниндәй темаларға яҙа алаһың?”, – тип һораны. “Бөтә темаға ла, – тинем,– мин бит район гәзите мейесенән сыҡҡан журналист.”
Тәүге командировкам Әбйәлил районына булды. Таштимер ауылына, Ленин ордены кавалеры булған һауынсы тураһында яҙырға юлландым. Беренсе секретарҙың “Волга”һында ҡаршы алғастар, ғәжәпләнеүҙән шаҡ ҡаттым. Район гәзитендә әрһеҙгә өйрәнгән, трактор тура килһә – тракторға, матай тура килһә – матайға ултырып сығып киткән журналисҡа ни…
Һауынсы менән ихлас әңгәмә ҡорҙом, ауыл, ферма темаһы миңә үҙ бит инде. Күңелдә бик матур очерк тыуғанын шәйләнем. Ләкин, ҡайтҡас яҙырға
ултырһам, башҡортса бигүк килеп сыҡмай ҙа ҡуя. 17 йыл буйына русса яҙыштым бит, 17 көн түгел дәһә! Ҡалыплашып киткән фекерләүем. Шунан ни тоттом да русса яҙҙым һәм матур итеп башҡортсаға тәржемә иттем. Артабан, әлбиттә, үҙ телемдә йырлап яҙа башланым. Бәләкәйҙән аңға һеңгән, ҡан аша бирелгән тел нисек онотолһон?!
9. ТОТОП АЛЫР ЕРЕҢ ЮҠ...
Оҙаҡ йылдар “Ағиҙел” журналында иҫ киткес талантлы, һәр ҡайһыһы айырым бер ғәжәйеп донъя булған шәхестәр менән бер ҡатар эшләү бәхете насип булды миңә. Шуларҙың береһе – башҡорт прозаһының алтын ҡәләме Рәшит Солтангәрәев ағай, бер осор ҡәләмдәштәре хаҡында анекдоттар сығара башланы. Уның тос фекерле, йор юморына эләгеү үҙе бер күренеш ине. Мин дә, ҡыҙығып китеп, уға: “Рәшит ағай, миңә лә анекдот сығарығыҙ әле”, – тип үтендем. Уйлап ҡарарға вәғәҙә итте. Әммә көндәрҙән бер көндө: “Булмай һиңә анекдот сығарып, тотоп алыр ерең юҡ”, – тип, ҡырт киҫте. Уның был һүҙен нисек аңларға белмәй йөрөгәндә, үҙе тәфсирләп ҡуйҙы: “Артыҡ положительныйһың, вәт”.
10. ЮҒАРЫНАН АСҠЫС БИРЕЛДЕ…
Биш йыл буйы яҙған “Ҡатындар” трилогияһын осларға ваҡыт етте. Геройҙар бихисап, ваҡыт арауығы – быуаттар. Әҫәрҙе һис кенә лә йомарлай алмайым. Эпилог яҙып ҡараным. Оҙон, күңелһеҙ, көйһөҙ. Күңелемдәге талапсан цензор ризаһыҙлыҡ белдерә. Йән тыныслығы юғалды. Йоҡоһоҙ аттырған бер таңда, ҡояш сығышындағы балконыма сығып, күккә ҡарап доға ҡылдым. Бәләкәйҙән Ҡөрьәнде төп нөсхәһендә уҡыған ҡартәсәй менән үҫкәс, Юғары Көскә ышаныс ныҡ һеңгән. “Раббым, шундай күләмле әҙәрҙе миңә инселәгәнһең, ҡулыма ҡәләм тотторғанһың, илһам, көс-ҡеүәт, фекер ҡеүәһе лә бирҙең, шуны матур ғына итеп тамамлап ҡуйырға ла асҡыс бирһәңсе!”
Тағы көн буйы уйланып йөрөнөм, бошондом. Төн таңға ауышҡас, арып йоҡлап киткәнмен. Төш күрҙем. Ҙур, бейек бина эргәһенән китеп барам, имеш, ҡаршыма бер мөһабәт ир заты килеп сыҡты. Сал сәсле, аҡ һаҡаллы, ыҫпай кейенгән. Күҙемә тура ҡарап, ҡулын һуҙҙы был. Мин дә ҡул һуҙҙым. Бәй, усыма ҙур ғына асҡыс һалып китте. Үҙе бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Уянып киттем. Төштө юрап та торманым, тойҙом: юғарынан миңә асҡыс бирелде! Бер генә шәшке ҡәһүә эстем дә, тулҡынланып өҫтәл артына барып ултырҙым да трилогиямдың һуңғы аккордын яңғыратырға форсат биргән зыярат ҡылыу эпизодын яҙып алдым да киттем…
Читайте нас: