Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сираттан тыш йыйылышы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Урал Килсенбаев былтырғы һөҙөмтәләр хаҡында һөйләне, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем эшләргә саҡырҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова барлыҡ төбәктәрҙәге ҡоролтайҙар эшмәкәрлеге хаҡында сығыш яһаны.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Искәндәр Юлдашев икенсе эшкә күсеү сәбәпле, үҙен взифаһынан бушатыуҙы һораны. Яңы етәксе итеп Ғәлим Яҡупов һайланды.