Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2020, 22:30

Күҙ йәше төшмәҫ тимә...

Аҙаҡ уның бер өлөшөн күрше ауылға алып барып һата, икенсеһен бешереп ашай.

Бәләкәй ауылда бөтә кешенең тормошо күҙ алдында бит ул. Әммә йәйге ялға ҡайтыуыма ике аҙна үтһә лә, күршелә генә йәшәгән Кәримде бер ҙә күрмәнем.

Бер көн урамда Сәмиғә инәйҙән:

Кәрим бер ергә киткәнме әллә? - тип һораным.

Дауаханала ята бит.

Бәй, нимә булған?

Уң ҡулын ҡырҡҡандар! - Инәй берсә миңә, берсә Кәримдең ҡотһоҙланып бөткән йортона ҡарап торҙо ла, ҡулын һелтәп:

Кешенең ҡарғышы төштө инде, - тине. - Харамды аҙ ашаманы. Халыҡтың күҙ йәше бушҡа ебәрә тиме.

Кәрим илле йәштәрҙәге бер үҙе йәшәп ятҡан ир. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән әҙәм ғүмер буйы кеше әйберен урлап, йәберләп йәшәне. Ауыл халҡының малын аҙ тамаҡламаны. Ә бер көн көтөүҙән ҡайтышлай мәңге асыҡ торған ҡапҡаһынан килеп ингән ике һарыҡ та ҡабат уның ихатаһынан сыҡманы. Хужалары был Кәримдең генә эше булыуын тойомлаһа ла, полицияға хәбәр итеп торманы. Нимә генә тимә, бығаса төрмәлә ултырып ҡайтҡан ирҙән ауыл халҡы шөрләй ҙә ине. “Йә төндә инеп үлтереп сығыр, йә донъяны үртәр. Шуның менән артып китмәҫ әле. Ҡуй, өндәшмәйек” тигәнерәк һүҙҙәр менән рәнйеп кенә ҡуя ине улар.

Ул көн теге һарыҡты һуйып, тиреһен тунағанда Кәримдең бысағы бармағына эләгеп, ярайһы уҡ йыртып ебәрә. Ир быға иғтибар ҙа итмәй, малды эшкәртеүен белә. Аҙаҡ уның бер өлөшөн күрше ауылға алып барып һата, икенсеһен бешереп ашай.

Бер нисә көндән уның бармағы шешеп китә лә түҙеп торғоһоҙ булып һыҙлай башлай. Бығаса дауахана юлын бар тип белмәгән ир район үҙәгенә юллана. Табиптар унда бармағын киҫергә кәрәклеген, юғиһә ҡулһыҙ ҡаласағын әйтә. Әммә гангрена башланып өлгөрә. Кәримдең бер ҡулын бөтөнләй үк ҡырҡып ташлайҙар.

Бер аҙ һөйләшеп торғас, Сәмиғә инәй әйтеп ҡуйҙы:

Балаларыма: "Бер ваҡытта ла кеше әйберенә теймәгеҙ. Кеше рәнйешенән һаҡланығыҙ, сөнки уларҙың доғаһы ҡабул булыусан. Тормошта ни ҡылһаң да, үҙеңә әйләнеп ҡайта. Аллаһ Тәғәлә бөтә нәмәне ғәҙел хөкөм итә", – тип торам инде...

Фото:m.gazeta.ru

Читайте нас: