Башҡортосандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшиндың тормошо менән ҡыҙыҡһынмған кеше бармы икән? Ысынлап та, 30 йәшлек сәнғәт йондоҙона күптән башлы-күҙле булырға ваҡыт. Ошо көндәрҙә йырсы Мәскәүҙәге концертынан һуң күп тамашасыларҙың һорауҙарына яуап биреп, әлегә тиклем буйҙаҡ булыуының сәбәбеен аңлатты.
24 йәштә өйләнергә мөмкинлек бар ине,– тине ул. – Әммә һуңынан ни булыр? Кеше фатирында йәшәргәме? Ғаиләне ҡарарға, үҙемә лә үҫергә кәрәк. Фатир, йорт, машина, ныҡлы эшем булғас ҡына өйләнеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Элвин Грей шулай уҡ үҙенең яртыһы итеп ниндәй һылыу буласағын да белдерҙе.
Мин ниндәй ҡыҙҙы һайлар инемме? Яҡшы, мине аңлаған, ә милли мәсьәлә минең өсөн мөһим түгел, – тигән.