Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 15:15

1937 йыл йәнә ҡабатлана...

Йылы температураны Атлантик, айырым ваҡыттарҙа субтропик һауа массалары алып килде, тип белдерә белгестәр.

Үҙенсәлекле килде быйылғы ҡыш. Элек сатнап торған ғинуар, февраль айҙарында ямғырҙар яуҙы, урамдарҙан күләүектәр аҡты. Башҡортостанда 1937 йылдан бирле бындай йылы ҡыштың булғаны юҡ ине, тип хәбәр итә “Башгидромет”. Температура ғәҙәти һауа торошонан 7,2 градусҡа юғарыраҡ булған. Йылы температураны Атлантик, айырым ваҡыттарҙа субтропик һауа массалары алып килде, тип белдерә белгестәр.
Декабрь айы норманан 9 градусҡа артып китте. Февралдә уртаса айлыҡ һауа температураһы норманан 8,4 градусҡа юғарыраҡ булған. Рәсәй Гидрометерология үҙәге республикала мартта һауа торошо 1,5 – 2 градусҡа йылы булыр тип белдерә. Яуым-төшөм күләме уртаса йыллыҡ күрһәткестәренә яҡын булыр тип күҙаллана.
Читайте нас: