Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 00:35

“Ҡарттар йортонда үтә ғүмерем”

Үҙемдең ишем ана осрар, бына табылыр тип йөрөй торғас, ғүмер үткән дә киткән.

Сәбилә әбей менән сираттағы эш сәфәрендә ҡарттар йортонда осраштым. Уңайһыҙ булһа ла, уның бында килеп эләгеүенең сәбәбе менән ҡыҙыҡһындым. Ул күҙ йәштәрен һөртөп алды ла:

- Эй, балам, йәш сағымда ҡарттар йортона йәшәүемде күҙ алдына ла килтермәнем, - тип һөйләй башланы. - Хәлле йәшәнек, бүтәндәрҙә булмаған кейем миндә бар ине. Шуға ла һауалы үҫтем, мәктәптән һуң юғары уҡыу йортон тамамлап, уҡытыусы булып эшләнем. Егеттәрҙең мине урап үтеүен үҙемдең һауалығымдан күрәм. Үҙемдең ишем ана осрар, бына табылыр тип йөрөй торғас, ғүмер үткән дә киткән. Бер мәл ихатала тайып йығылғас, бөтөнләй йөрөй алмаҫ хәлгә килдем. Яҡын ғына туғандарым да булмағас, бында ошонда килеп эләктем инде...

Сәбилә инәйҙең һүҙҙәре уйға һалды. Мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә өс миллиондан артыҡ кеше бала таба алмай икән. Ә 6,3 миллионы бала һөйөү бәхетенән үҙҙәре баш тарта. Уларҙың бала табырға теләмәүен эгозим менән бәйле, ти белгестәр. Тормошта бөтә нәмәне бөгөнгө мәнфәғәттәренән сығып ҡабул иткән кешенең бала-саға менән мәшәҡәтләнәһе килмәүе тәбиғи. Күптәр йоҡоһоҙ төндәрҙе, бала йүргәген йыуыуҙы, табип ишеге төбөндә сират тороуҙарҙы уйлап ҡына ла бала табырға йөрьәт итмәй. Ҡарттар йортона эләгеүселәр араһында эгоист-яңғыҙаҡтар етәрлек була икән.

Фото: ufa.zoon.ru

Читайте нас: