Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 12:30

Иғтибар! Яңы конкурс!

ИҒТИБАР, ЯҢЫ КОНКУРС!!! Яҡынлашып килгән яҙлы-наҙлы байрам 8 март алдынан “Шоңҡар” журналы һәм республикабыҙҙың дан ғаиләләренең береһе Гөлгөнә һәм Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтар менән берлектә конкурс иғлан итәбеҙ. Шарттары ябай һәм бииик тәмле: - “Шоңҡар” журналы төркөмөнә теркәлергә; - ошо яҙмаға репост эшләргә; - #Шоңҡартәмлекәсһәмбиҙәүес хештегында һеҙ байрам өҫтәленә әҙерләйәсәк ризыҡтың рецебы менән бүлешергә.

ИҒТИБАР, ЯҢЫ КОНКУРС!!!


Яҡынлашып килгән яҙлы-наҙлы байрам 8 март алдынан “Шоңҡар” журналы һәм республикабыҙҙың дан ғаиләләренең береһе Гөлгөнә һәм Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтар менән берлектә конкурс иғлан итәбеҙ. Шарттары ябай һәм бииик тәмле:


- “Шоңҡар” журналы төркөмөнә теркәлергә;

- ошо яҙмаға репост эшләргә;

- #Шоңҡартәмлекәсһәмбиҙәүес хештегында һеҙ байрам өҫтәленә әҙерләйәсәк ризыҡтың рецебы менән бүлешергә.


Сифатлы фотолар менән иң тәмле ризыҡ тәҡдим итеп, иң күп лайктар йыйған ӨС ЕҢЕҮСЕ!!! 8 март көнө 20.00 сәғәттә билдәләнәсәк һәм уларға Зәйнетдиновтарҙан матур биҙәүестәр тапшыраласаҡ.

Ваҡыт бик аҙ, ашығығыҙ, дуҫтар!..


Әйткәндәй, “Башҡортостан” сауҙа үҙәгендә (Менделеев урамы, 205а) уларҙың “Hello, РЕСПУБЛИКА!” һатыу үҙәге (2-се ҡат) эшләй. Әсәйҙәрегеҙгә, ҡыҙҙарығыҙға, апай-һеңлеләрегеҙгә 8 Март байрамына бүләккә бынамын тигән милли биҙәүестәр, түшелдерек-селтәрҙәр, милли орнаментлы футболкалар, галстуктар һәм, әлбиттә, милли уйын ҡоралдарыбыҙ ҡурай, ҡумыҙ алырға була унда. Бүләк эҙләп баш ватып йөрөргә лә түгел!
Читайте нас: