Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 12:50

Һигеҙ йәшлек ҡыҙ ауырыуға дусар булды

Улар матдәләр алмашыныуын боҙа, ашҡаҙан аҫты биҙенә насар тәьҫир итә.

Фәйрүзә ханым магазинға сыҡҡан һайын ҡыҙына һағыҙ алырға ғәҙәтләнде. Айгөл ваҡ-төйәккә холоҡһоҙланһа, илама, әтеү һағыҙ алып бирмәйем, тип йыуатыр булды. Беренсе класта уҡығанда ҡыҙҙың эсе ҡапыл ауырта башланы. Табиптар уның ашҡаҙан аҫты биҙе зарарланыуын, быға йыш һағыҙ сәйнәү сәбәпсе булыуын билдәләне, киләсәктә унан баш тартырға кәңәш бирҙе...
“Роскачество” һағыҙҙың сәләмәтлеккә йоғонтоһон тикшергән. Унда яһалма шәкәр ҡушылмалары, мәҫәлән, аспартам, сахарин йәки сукралоза бар. Улар матдәләр алмашыныуын боҙа, ашҡаҙан аҫты биҙенә насар тәьҫир итә.
Ас ҡарынға сәйнәгәндә, һағыҙ гастрит, ашҡаҙаны йәрәхәтенә килтерә. Уны ашағандн һуң 15 минут үткәс кенә сәйнәргә мөмкин. Алты йәше тулмаған сабыйға бөтөнләй һағыҙ бирергә ярамай. Унан өлкәнерәктәр һағыҙҙы 10 минуттан артыҡ сәйнәмәҫкә тейеш.
Читайте нас: