Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 11:45

Һөт эс, сәләмәт булырһың!

Унда тәүлегенә биш тоннаға тиклем һөт эшкәртеү күҙаллана.

Сибайҙа һөт фабрикаһы - һөт ризыҡтары етештереү кухняһы асылды.
Бығаса ҡалаға һөт ризыҡтарын Белореттан ташығандар. Бина өр-яңынан төҙөлгән. Заманса ҡорамалдар һатып алынған, шулай уҡ 25 кешегә эш урыны булдырылған. Унда тәүлегенә биш тоннаға тиклем һөт эшкәртеү күҙаллана, һөт, ҡатыҡ, йогурт сығара башлаясаҡтар.
Тантанала Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев, “Һөт ризыҡтары” учреждениеһы директоры Эльдар Сәйғәфәров һәм Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов ҡатнашты.
Фото: Гөлдәр Ҡадаева.
Читайте нас: