Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 22:40

Ул Салауат Фәтхетдиновтың көндәше түгел

Уның артында сәйәсмәндәр һәм бизнесмендар тора.

Ғәжәп был артист халҡы! Бер-береһе менән мөнәсәбәт асыҡлайҙар, ыҙғышалар... Иҫләйһегеҙҙер, бынан өс йыл элек Салауат Фәтхетдинов менән Элвин Грей араһында низағ сыҡҡайны. Һөҙөмтәлә Өфө йырсыһы Салауат ағаһын сәхнәлә көс һынашырға саҡырғайны. Бына әле Салауат Фәтхетдинов “Реаль ваҡыт” менән әңгәмәһендә Элвин Грей менән мөнәсәбәте хаҡында һөйләне. “Ул миңә көндәш түгел, дошман да, дуҫ та түгел”, - тине ул. - Ул үҙ юлы менән бара, ә мин – үҙемдеке. Мин уға бары башын эшләтеүен, хөрмәт итергә һәм тейешле һығыта яһарға өйрәнеүен теләйем. Өлкәндәрҙе лә хөрмәт итергә кәрәк. Уның артында сәйәсмәндәр һәм бизнесмендар тора. Грейҙың был холҡо үҫмерҙәр араһындағы максимализм һәм уға ғәфү үтенергә өйрәнергә кәңәш итер инем”.

Фото: intertat.ru



Читайте нас: