Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 21:50

Ундай көнгә төшөргә Хоҙайым ҡушмаһын!

Үкенескә ҡаршы, арабыҙҙа асарбаҡтар күбәйгәндән-күбәйә.

- Морат бомжға әйләнгән! Өфөлә сүп йәшниктәре араһында йөрөгәнен күргәндәр.

Ауылда таралған был хәбәргә күптәр ышанырға теләмәне. Нисек инде улай? Заманында мәктәптең иң алдынғы уҡыусыһы булды, еңел генә юғары уҡыу йортона инде, уны уңышлы тамамланы. Шулай ҙа был хәбәр ысын ине. Әҙәм балаһына тайғаҡ юлға төшөү өсөн күп кәрәкме ни! Эсергә әүәҫләнеп алған ирҙе ғаиләһе ташлап киткәс, уның бәләкәй генә бүлмәһе эскеселәр, берәҙәктәр төйәгенә әүерелә. Бурысҡа батҡан ир бер аҙҙан ошо мөйөшөнән дә ҡолаҡ ҡаға.

Үкенескә ҡаршы, арабыҙҙа асарбаҡтар күбәйгәндән-күбәйә. Әле республикала биш мең генә яҡын берәҙәк бар. Шулай ҙа быны тулы һан тип әйтеп тә булмай. “Ҡыҙыл тәре” төбәк бүлексәһе рәйесе Юрий Симонов әйтеүенсә, эшһеҙлек, йорт-ҡураһы янғандар, наркотик, эскелек менән әүәҫ булғандар, элек хөкөм ителгәндәр бында күпселекте тәшкил итә. Коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма һәм шәфҡәтлелек фондтары уларға бер ни ҡәҙәр ярҙам итергә тырыша. Ойошмалар уларҙы эшкә урынлаштырыу, юридик хеҙмәт күрһәтеү менән шөғөлләнә.

Республика социаль үҙәк рәйесе әйтеүенсә, уларҙы бында ҡарау көнөнә 40 һум 70 тингә төшә, ә учреждениеға йылына 17 миллион һум аҡса бүленә. Бында мөрәжәғәт иткәндәрҙең 80 проценты – төрмәлә ултырып сыҡҡандар. Былтыр үҙәк 456 кешене хеҙмәтләндергән, шуның 270-е элек хөкөм ителгән.

Тормош юлдары ҡатмарлы. Бындай көнгә ҡалыуҙың төп сәбәбе – алама ғәҙәттәр менән дуҫ булыу. Бер генә бирелгән ғүмерҙә матур итеп йәшәргә ынтылһаҡ, бер-беребеҙгә мәрхәмәтле, кәрәк икән, ярҙам ҡулы һуҙырға тырышһаҡ ине.

Фото: newsland.com

Читайте нас: