Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2020, 01:35

Үгәй әсәйгә өй кәрәк

Үгәй әсәй алдаша.

27 йәшлек Гөлназ Мурзинаның 2016 йылда өйөнән сығып китеүе, унан һуң, имеш, атаһын ерләүгә ҡайтыуы хаҡында барлыҡ матбуғат саралары яҙып сыҡҡайны инде. “ГорОбзор.ру “ был хәбәрҙең ялған булыуы хаҡында хәбәр итә. “Ул барыбыҙҙы ла, Гөлназ атаһын оҙатҡанда булды, тип алданы. Имеш, туғаныбыҙ ике көнгә генә атаһын күрергә ҡайтҡан да кире киткән, ә беҙ күрмәй ҡалмағанбыҙ. Был дөрөҫ түгел! Үгәй әсәй алдаша. Ул өйҙө үҙенә алырға теләй. Гөлназ атаһының үлеменән һуң алты айҙан табылмаһа, суд уны рәсми рәүештә юғалған, һуңынан үлгән тип таныясаҡ. Бынан һуң бөтә мөлкәт үгәй әсәйгә күсәсәк. Беҙ Гөлназды иҫән килеш табырға теләйбеҙ, ә йорттоң был ҡатынға ҡалыуына ризалығыбыҙ юҡ”, - ти уның туғандары.

Гөлназды күреп-белеүселәр 8-906-10924-59 һандары буйынса хәбәр итһен ине.

Фото: ГорОбзор.ру
Читайте нас: