20 мартта Башҡорт дәүләт филармонияһында яратҡан йырсыбыҙ Роза Аккучукованың юбилей кисәһе үтәсәк. Моңло һандуғасыбыҙҙың ижад юлы бай. Ул йыр сәнғәтендә пәйҙә булыу менән төрлө имеш-мимештәр тарала. Быға шаһит булыусылар ошо ваҡиғаны йылмайып иҫкә ала. Журналист Фәрит Фәтҡуллин: "Армиянан ҡайтҡанда тыуған ерем мине яңы йырҙар менән ҡаршы алды, - тип хәтирәләргә бирелә. - Бер заман беҙҙең Ауырғазы районы үҙәге Толбазыға филармонияның ҙур концерт бригадаһы килеп төштө. Билдәле артистарҙан – Илфаҡ Смаков, Хисбулла Ғөбәйҙуллин бар. Ә быға тиклем таныш булмағандарҙан – Роза менән Венер. Концертты халыҡ иҫ киткес йылы ҡабул итте. Мин иртәгәһенә үк һәр артистың сығышын үҙемсә тасуирлап, "Ҡыҙыл таң"ға мәҡәлә яҙып ебәрҙем. Ә быға ҡәҙәр был ике йәш йырсының тауышын радио аша ишеткәнем бар ине. Ул саҡта бөтә республикала, шул иҫәптән беҙҙең төбәктә лә "Роза Аккучукова – Фәриҙә Ҡудашеваның ҡыҙы ул" тигән сенсациялы хәбәр таралған ине. Йыр һөйөүселәрҙең бындай "ышаныуы" байтаҡ ваҡытҡа нығынды. Тәүге мәлдәрҙә райондарға сыҡҡанда уның үҙенә лә: "Училищела уҡыу һиңә ауыр булмағандыр, әсәйеңдең абруйы ярҙам иткәндер», – тип төрттөрөүселәр ҙә, "Ни намыҫың етеп һин әсәйеңдән баш тартаһың?", - тип ғәйепләүселәр ҙә күп булған. Былар хаҡында әле көлөп иҫкә алһа ла, элегерәк халыҡтың Роза Аккучуковаға "икенсе әсәй" табып биреүе күңелһеҙлектәр ҙә тыуҙырған".