“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә төбәктәрҙә яңы ҡала пассажир транспорты өсөн 7 миллиард һум аҡса бүленә тип белдерҙе Рәсәй Федерацияһының транспорт министры Евгений Дитрих. Уның һүҙҙәре буйынса, был сумманың 4 миллиард һумы траспорт министрлығы тарафынан бүленә, ҡалған 3 миллиард һумын Рәсәй лизинг компаниялары өҫтәйәсәк. Ҡала пассажир транспортын яңыртыу өсөн 2024 йылға тиклем барлығы 20 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған.