Шоңҡар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Март 2020, 00:00

Бер килке телһеҙ ҡалдым

Ә уның улы барлығы хаҡында минең туғандарға әйтмәҫкә булдыҡ.

Өлкәндәрҙең һәр һүҙҙе дөрөҫ әйткәненә йәшәй-йәшәй үҙ миҫалыңда ышанаһың икән.
Бынан 35 йыл элек Өфөгә килеп, бер заводта эшләй башланым. Бер цехта алсаҡ, ихлас ҡыҙ менән таныштыҡ. Тәү күреүҙән оҡшаны ул миңә. Ҡап-ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле, ап-аҡ йөҙлө ысын башҡорт ҡыҙы. Уның менән дуҫлашып киткәнде, арабыҙҙа мөхәббәт хистәре уянғанды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Йәш тә етеп барғас, ҡыҙға тәҡдим яһаным. Һөйгәнем миңә ауылда ата-әсәһе янында улы барлығын әйтте, ныҡлабыраҡ уйларға ҡушты. Баҡтиһәң, ул бығаса кейәүҙә булып айырылған икән. Шулай ҙа мин артабанғы яҙмышымды Зөлфирәһеҙ күҙ алдына килтерә алмай инем. Өйләнешергә һүҙ ҡуйыштыҡ. Ә уның улы барлығы хаҡында минең туғандарға әйтмәҫкә булдыҡ. Был хаҡта ауылда ла кеше белергә тейеш. Ул саҡта балалы ҡатынға өйләнеү оят һымаҡ була торғайны.
Тиҙҙән ҡыҙыбыҙ тыуҙы, ҡатынымдың улын да яныбыҙға алдыҡ. Уны үҙемдеке һымаҡ яраттым. Әммә ауыл халҡы был хаҡта белмәне. Шулай ҙа бөтәһе лә алда булған икән.
Улыбыҙ 25 йәше тулған көндә беҙҙе дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы менән таныштырырға вәғәҙәләне. Университетта бергә уҡыйҙар. Үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы булғанға ҡыуандыҡ.
Ҡатыным менән өҫтәл әҙерләп, буласаҡ киленде көтәбеҙ. Бына ишек асылды. Улым менән һөйгәне килеп инде. Шунда уҡ был ҡыҙҙы ҡайҙалыр күргән һымаҡмын кеүек тойолдо. Һөйләшеп, танышып киткәс, шул билдәле булды: киленебеҙ минең ауылдан! Әсәһе – класташым! Бер килке телһеҙ ҡалдым... Шулай итеп, үҙемдең ауылыма килен һоратырға барҙыҡ...
Боронғолар "беҙ ҡапсыҡта ятмай" тип белмәй әйтмәгән икән шул. Бөтә нәмә ҡасандыр барыбер билдәле була.

Читайте нас в