Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2020, 21:15

Йәй ниндәй булырмы?

Үҙенсәлекле булды быйылғы ҡыш. Хатта ғинуар, февраль айҙарында ла ямғырҙар һибәләне. Ә бына йәй нисек килер икән? “Фобос” һауа торошо үҙәге белгесе Евгений Тишковец белдереүенсә, быйыл йәй Рәсәйҙең Европа биләмәһендә яҡшы һауа шарттары көтөлә. Синоптик 2019 йылдың авгусында ҡышты фаразлағанда яңы технология ҡулланған. Тишковец ҡышҡа 4 ай ҡала уның йылы буласағын күҙаллаған. “Күренеүенсә, тап шулай булды. Хәҙер йәй миҙгеленең нисек киләсәген асыҡлайым. Рәсәйҙә уртаса температура 20 – 25 градус йылы буласаҡ. Был климат уңайлығының идеаль зонаһы. 27 градустан юғарыраҡ булған бөтә нәмә – организм өсөн стресс”, - ти синоптик. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙәктә йәшәгәндәр күптән яҡшы йәйҙе күрмәгән. Әлбиттә, быйыл гел 27 градус тирәһе булмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта ямғыр, йәшен һәм боҙ яуыуы ла ихтимал. Тағы дауылдар ҙа йәй өсөн ғәҙәти күренеш иҫәпләнәсәк.Фото: photocentra.ru

Үҙенсәлекле булды быйылғы ҡыш. Хатта ғинуар, февраль айҙарында ла ямғырҙар һибәләне. Ә бына йәй нисек килер икән? “Фобос” һауа торошо үҙәге белгесе Евгений Тишковец белдереүенсә, быйыл йәй Рәсәйҙең Европа биләмәһендә яҡшы һауа шарттары көтөлә.

Синоптик 2019 йылдың авгусында ҡышты фаразлағанда яңы технология ҡулланған. Тишковец ҡышҡа 4 ай ҡала уның йылы буласағын күҙаллаған. “Күренеүенсә, тап шулай булды. Хәҙер йәй миҙгеленең нисек киләсәген асыҡлайым. Рәсәйҙә уртаса температура 20 – 25 градус йылы буласаҡ. Был климат уңайлығының идеаль зонаһы. 27 градустан юғарыраҡ булған бөтә нәмә – организм өсөн стресс”, - ти синоптик.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙәктә йәшәгәндәр күптән яҡшы йәйҙе күрмәгән. Әлбиттә, быйыл гел 27 градус тирәһе булмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта ямғыр, йәшен һәм боҙ яуыуы ла ихтимал. Тағы дауылдар ҙа йәй өсөн ғәҙәти күренеш иҫәпләнәсәк.

Фото: photocentra.ru
Читайте нас: