Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 17:50

Балаларын үҫтерергә ярҙам итегеҙ!

ул – хәҙер инвалид, ҡулын ҡырҡҡандар.

Алыҫ Нефтеюганск ҡалаһында Рәмил Инсафетдиновтың һигеҙ метрлыҡ бейеклектән осоп, ҡаты йәрәхәтләнеүен һәр кем үҙ ҡайғыһы кеүек ҡабул итте. Мәғлүм булыуынса, ул Баҡалы ауылынан, ҡатыны менән биш бала тәрбиәләй.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров ауыр хәлдә ҡалған иргә, уның ғаиләһенә ярҙам итергә кәрәклеген белдерҙе, Баҡалы район хакимиәте башлығы менән элемтәгә сыҡты.
Дөрөҫөн әйткәндә, ул – хәҙер инвалид, ҡулын ҡырҡҡандар, тыуған ерендә эш табығыҙ, биш балаһы бар, уларҙы үҫтерергә ярҙам итегеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинға:
- Әгәр мөмкинлек бар икән, уны алып ҡайтырға кәрәк. Минеңсә, беҙҙә медицина сифаты яҡшы. Быға тиклем уны урынынан ҡуҙғатырға ярамай ине, – тине.
Хөкүмәт вице-премьеры Ленара Ивановаға ла ғаиләләге церебраль фалиж менән яфаланған ҡыҙға ярҙам итергә ҡушты.
Читайте нас: