Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 21:40

Берҙәм дәүләт имтиханы күсерелә икән...

Шулай уҡ коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле илдәге хәл иғтибар менән күҙәтелә.

Халыҡ араһында коронавирус таралыу сәбәпле, БДИ күсерелә икән, тигән хәбәр таралды. Был, ысынлап та, шулаймы?

Рәсәй Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте был хәбәрҙе кире ҡаға. «Имтихандарға әҙерлек әүәлгесә бара һәм ул билдәләнгән көндәрҙә үтергә тейеш», - тип белдерә улар.

Шулай уҡ коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле илдәге хәл иғтибар менән күҙәтелә. Кәрәк булһа, имтиханда ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уҙғарыу мөмкинлеген тәьмин итеү өсөн өҫтәмә ҡарарҙар ҡабул ителәсәк.

Фото: mo.mosreg.ru

Читайте нас: