Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 14:40

Үҙе лә, эте лә...

Егет йырсы булырға хыялланған.

Башҡортостандан 16 йәшлек үҫмер Алма-Ата ҡалаһының мәктәп стадионында үле килеш табылған. Егет төндә этен йөрөтөргә урамға сыҡҡан һәм кире әйләнеп ҡайтмаған. Иртәнге сәғәт дүрттә тәфтишселәр уның мәйетен табыуын хәбәр итә. Бер аҙҙан эте лә үле килеш табылған. Урындағы тәфтишселәр егет үҙенә ҡул һалған тип фаразлаһа, туғандары уны үлтергәндәр тигән ҡарашта.
“Фажиғә байрам алдынан булғанлыҡтан, әлегә аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ. Үлемдең сәбәбе бөгөн асыҡланыр, видеокүҙәтеү яҙмалары әҙер буласаҡ", – ти үҫмерҙең туғандары.
Егет өс аҙна элек Алма-Атаға әсәһе менән ҡустыһы янына ҡунаҡҡа килгән. Ул музыка менән мауыҡҡан, йырҙар, шиғырҙар яҙған, шуға ла ҡалаға укырға инеү хыялы менән барған. Ә Башҡортостанда уның өләсәһе, туғандары йәшәй. “Ул ғаиләһе мохтажлыҡта йәшәмәһен өсөн һәр ваҡыт бөтәһен дә эшләйәсәге хаҡында һөйләй торғайны”, – ти уның инәйе.
Әле үҫмерҙең мәйете моргта. Фажиғә эҙемтәләрен тикшереү, кремациялау һәм көлөн Башҡортостанға алып ҡайтыу өсөн аҡса йыя башлағандар. Бөтәһе 150 мең һум тирәһе аҡса талап ителә. Бөгөнгә 48 мең һум йыйылған.
Фото:”Башинформ”.
Читайте нас: